Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сит ил балалар аҙыҡ-түлеген илебеҙҙеке менән алмаштырыу күҙаллана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙә сил ил балалар аҙыҡ-түлегенә алмашҡа илебеҙҙеке киләсәк. Хөкүмәт сит ил балалар аҙыҡ-түлеген алмаштырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара төркөм ойошторҙо. Унда Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм сәнәғәт, Иҡтисади үҫеш, Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре инде.

«Эшсе төркөмдөң төп бурыстары – балалар аҙыҡ-түлеген етештереүҙе тотороҡло үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар, шулай уҡ импортты алмаштырыуға һәм экспортты үҫтереүгә күсеү өсөн эштәр планын булдырыу буласаҡ», — тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

«Руспродсоюз» ассоциацияһының мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙҙә балалар аҙыҡ-түлеге баҙарының яҡынса 70 процентын Danone, Nutricia, PepsiCo компаниялары һәм Рәсәйҙең «Прогресс» ойошмаһы биләй. Шул уҡ ваҡытта етештереүселәр билдәләүенсә, хәҙер илебеҙ баҙарында сеймал етмәү сәбәпле сит ил продукцияһынан тулыһынса баш тартыу икеле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть