Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Был аҙнала төбәктә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Ошо аҙнала Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы аҡрынлап түбәнәйә, тип хәбәр итә Башгидромет. Һауа торошо шарттарын циклондар билдәләй. Ваҡыты менән ямғыр, аҙна аҙағына ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә.

17 октябрҙә урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Төндә һәм иртәнсәк урыны менән томан. Һауа температураһы төндә +4,+9, көндөҙ +8,+13 градус.

18 һәм 19 октябрҙә лә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Төндә 0,+5, көндөҙ, +6,+11 градус.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә уртаса һауа температураһының норманан 2-3 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть