Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика игенселәре 138 мең тонна ҡарабойҙай йыйған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда ҡарабойҙай йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Республика Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, ҡарабойҙай 123 мең гектар майҙандан йыйылған, ул пландан 97 процент тәшкил итә.

Гектарынан уртаса уңыш 11,2 центнерҙа төбәктә 138 мең тонна самаһы ҡарабойҙай һуғылған. Быйыл уңыш буйынса алдынғыларҙа – һәр гектарынан 20 центнерҙан ашыу йыйған Архангел һәм Ейәнсура райондары хужалыҡтары.

Ҡарабойҙай һуғыу буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Бишбүләк районы ауыл хужалығы предприятиеларында билдәләнә – 11,7 мең тонна.

Баҡалы, Йәрмәкәй, Балтас һәм Стәрлетамаҡ райондарында биш мең тоннанан ашыу ҡарабойҙай һуғып алғандар, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть