Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Андрей Малахов «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»н яҡынлашып килгән 90 йыллығы менән ҡотланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Андрей Малахов «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»н яҡынлашып килгән юбилейы менән ҡотланы.

«Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»н ҙур юбилейы менән ҡотлайым! Быуат тиҫтерҙәренән ниндәйҙер ун йылдың айырыуына ышаныу ҡыйын. Беҙгә, хәҙерге журналистарға, 7 ноябрҙән һуң, 1927 йылда яҙырға һәм уҡырға белмәгән күп кенә Башҡортостан халҡының бөтә яңылыҡтарҙы радио аша ишетеп белгәнен күҙ алдына килтереүе ауыр. Әммә хәҙер, барыһы ла үҙгәргәс, эргә-тирәләй заманса гаджеттар уратып алғанда күптәр үҙҙәренең көнөн «Өфө һөйләй!» һүҙҙәренән башлай. Дуҫтар! Ҡәҙерле ветерандар! Байрам менән! Тыуған көнөгөҙ менән!», — тине үҙенең видеомөрәжәғәтендә «Россия-1» телеканалының билдәле алып барыусыһы, шоумен һәм тележурналист Андрей Малахов.

«Рәсәй-Башҡортостан радиоһы» быйыл үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо йылдар эсендә республиканың төп радиоһы йәмәғәт тормошонда иң оператив, эшлекле һәм демократик киң мәғлүмәт сараһы булараҡ лайыҡлы урын яуланы. «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы» Өфөлә FM-диапазонында 89,5 йышлыҡта, республика район-ҡалаларында ультра ҡыҫҡа тулҡындарҙа, шулай уҡ интернетта gtrk.tv сайтында онлайн рәүештә эфирға сыға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть