Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә 401 ихата төҙөкләндереләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Республикаһында бөгөнгә 401 ихатаны төҙөкләндереү күҙалланған, 157-һендә эштәр бара, 244 ихатала эштәр тамамланған, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты. Әлеге ваҡытта төҙөкләндереү буйынса эштәр тулыһынса Нефтекамала, Белоретта, Яңауылда, Дүртөйлөлә һәм Учалыла тамамланған. 2018 йылда проектҡа 1000-дән ашыу кеше йәшәгән Башҡортостандың бөтә тораҡ пункттары ҡушыласаҡ, ә ул республиканың яҡынса 240 ҡалаһы, ҡала биләмәһе һәм ауылы.

Бынан тыш, республикала парктарҙы яңыртыу һәм төҙөкләндереү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. Өфөлә иң ҙур эштәр Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркында бара. «Бәләкәй ҡала парктары» программаһы буйынса республика федераль ҡаҙнанан 19 миллион алды һәм 3,6 миллион һум үҙе өҫтәне. Был аҡса биш моноҡала: Белорет, Бәләбәй, Благовещен, Күмертау һәм Учалы араһында бүленде.

2017 йылда Рәсәй буйлап уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә 18 меңләп объектты төҙөкләндереү күҙаллана, уларҙың 9,5 меңгә яҡыны файҙаланыуға тапшырылған, тағы ла 9,7 меңендә эштәр аҙағына яҡынлаша. Ваҡытында тамамламау хәүефе бер нисә субъектта билдәләнгән, шул иҫәптән – Приморье крайында, Хакассия Республикаһында һәм Севастополь ҡалаһында.

«Коллегалар иғтибарына: 2017 йылдың һөҙөмтәләре 2018 йылда төҙөкләндереүгә аҡса бүлеүҙә иҫәпкә алынасаҡ. Төбәк күҙалланған эштәрҙе ваҡытында тамамламаһа, аҡсаның бер өлөшө эште һөҙөмтәле башҡарыуын раҫлаған башҡа төбәктәр араһында бүленәсәк», — тип билдәләне Рәсәйҙең төҙөлөш министры Михаил Мень.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть