Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан пауэрлифтерҙары Испаниянан Европа чемпиондары булып ҡайтты

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Испанияла пауэрлифтинг (ятып штанга күтәреү) буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостан вәкилдәре – Өфөнөң 14-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Ян Урусов һәм Салауаттан Егор Савельев сығыш яһаны.

66 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Урусов алтын миҙал яуланы. Лайыҡлы еңеүҙән тыш, ул яңы Европа рекордын ҡуйҙы – үҙенең ауырлыҡ категорияһында 242,5 килограмм.

Егор Савельев 105 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында чемпион титулына лайыҡ булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть