Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин сит ил ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәргә ярҙам итергә саҡырҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй биләмәһендә ныҡлап төпләнгән ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе сит ил компанияларын субсидиялауға бюджеттан өҫтәмә саралар бүлеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Был теманы дәүләт башлығы Воронежда уҙған ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә күтәрҙе.

Владимир Путин ошо көндәрҙә Германияның бизнес вәкилдәре менән осрашыуы хаҡында хәбәр итте, уларҙың ҡайһы берәүҙәре үҙҙәрен Рәсәйҙең ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәренә индерә, сөнки уларҙың ныҡлап төпләнгән етештереү урыны хөкүмәт тарафынан билдәләгән кимәлгә еткән. Рәсәйҙең бөтә ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәре исеменән улар тармаҡты артабан да субсидиялау мәсьәләһен ҡуйҙы.

Хөкүмәт был маҡсатҡа 2018 йылдың бюджетына һалынған өҫтәмә 20 миллиард һумдан 2 миллиардын бүлергә тәҡдим итте. Был субсидиялар Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағында, әммә ауыл хужалығы тармағына ҡарай һәм ауыл хужалығы производствоһында мөһим ролде уйнай, тип асыҡланылар АгроИнфо сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть