Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә БДМУ клиникаһында простата биҙе яман шешен диагностикалауҙың яңы алымы индерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында простата биҙе яман шешен диагностикалауҙың яңы алымы — Fusion-биопсия индерелде

«Был алым сирле кешелә онкологик ауырыуҙы аныҡ билдәләргә мөмкинлек бирә, — тине Волга буйы федераль округы урологы, БДМУ ректоры Валентин Павлов. — Хәҙерге көндә простата биҙе яман шешен диагностикалауҙың иң үҫешкән алымы булып тора һәм Германияла киң файҙаланыла».

Яңы технология ике этапта тикшереү үткәреүҙе күҙ уңында тота. Тәүгеһендә МРТ ҡулланып, шеште иртә стадияла асыҡларға, шулай уҡ уның урынын һәм ҙурлығын билдәләргә мөмкин. Икенсе этапта ультратауышлы тикшереү контроле аҫтында биопсия яһала, артабан алынған материал төрлө яҡлап тикшерелә. Диагностика урынлы анестезия аҫтында үткәрелә.

Медицина статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта простата биҙе яман шеше менән сирләү 4,5% етә һәм 60-70 йәштәге ирҙәрҙең үлем сәбәптәре араһында бишенсе урында тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть