Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – Рәсәй төбәктәрен мәғлүмәтләштереү рейтингында тәүге унау иҫәбендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан 2017 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәрен мәғлүмәтләштереү рейтингында тәүге унау иҫәбенә инде. Был хаҡта төбәктәрҙе мәғлүмәтләштереү Советы ултырышында Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы белдерҙе.

Республика рейтингта үҙенең позицияларын һиҙелерлек яҡшыртты: бер юлы 24 пунктҡа – 31-се урындан етенсе урынға күсте. Был мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, электрон хөкүмәт өлкәләрендә мәғлүмәтләштереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле. Атап әйткәндә, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереүҙе, дистанцияла белем биреү мәғлүмәт системаларын үҫтереүҙе, уҡытыу процесына мәғлүмәт технологияларын индереүҙе (электрон көндәлек), табипҡа онлайн яҙылыуҙы, электрон медицина картаһын, телемедицинаны үҫтереүҙе, юл хаҡы өсөн электрон түләүҙе, юл хәрәкәтен онлайн-мониторинглауҙы билдәләне.

Башҡортостан башлығы мәғлүмәт технологияларын әүҙем үҫтереү кәрәклеген күп тапҡыр әйткәйне. 2013 йылдан Башҡортостанда республика Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет эшләй.

– Яңы технологиялар хәҙерге йәмғиәттә бөтә өлкәләргә һәм тармаҡтарға үтеп инә, эшебеҙҙә һәм тормошобоҙҙа уңайлыҡтар тыуҙыра. Йәшәйештә ҙурыраҡ урын ала, – ти Рөстәм Хәмитов. – Мәғлүмәтләштереү йүнәлешенә федераль кимәлдә лә өҫтөнлөк бирелә. Беҙгә ошо дөйөм Рәсәй процестарында һәм проекттарҙа ҡатнашырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть