Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың төньяҡ географик нөктәһендә сик бағанаһын ҡуйҙылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Яңауыл районында Башҡортостандың төньяҡ географик нөктәһен билдәләүсе иҫтәлекле стеланы асыу тантанаһы үтте. Сик бағанаһы Байсар ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ ҡуйылды.

Таш стела бағанаһында Рус география йәмғиәтенең эмблемаһы аҫтында ҡуйылған гранит таҡта ошонда республиканың иң төньяҡ нөктәһе хаҡында белдерә. Бында координаталар ҙа бар, тимәк стелаға яҡын килгән юлсы бер ниндәй навигаторһыҙ үҙенең торған урынын билдәләй ала: төньяҡ киңлектә 56 градус 31 минут һәм көньяҡ оҙонлоҡта 54 градус 31 минут. Төньяҡ стеланы Яңауылдан инженер-төҙөүсе Илһам Әхмәҙиев эшләгән.

Стеланы асып, Яңауыл районы башлығы Илшат Вәзиғәтов: был үҙенсәлекле сара, сөнки сик бағанаһы республикала, бәлки Рәсәйҙә лә тәүгә ҡуйыла, тип билдәләне. Был район үҫешенә этәргес буласаҡ, туристар йәлеп итергә, республика граждандарын, айырыуса йәштәрҙе бындағы матур һәм иҫтәлекле урындар менән таныштырырға ярҙам итәсәк.

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин ошо идеяның нисек тормошҡа ашыуын һөйләне.

«Ошо маршрут буйлап уҙғандарға исемдәре яҙылған сертификаттар һәм «Башкирская кругосветка» тигән билдә тапшырыласаҡ», — тип белдерҙе Камил Йыһаншин.

Стеланы асҡандан һуң Яңауыл ҡалаһының художество үҙешмәкәрҙәре сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть