Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы бал-йәшелсә йәрминкәләрендәге яңы хаҡтарҙы атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатылған бал һәм йәшелсәләрҙең хаҡтарын атаны.

Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре республиканың 13 ҡалаһында һәм алты районында булды.

Ғәҙәттәгесә ауыл хужалығы продукцияларын һатыу буйынса иң ҙур майҙансыҡтар Башҡортостандың баш ҡалаһында ойошторолдо. Бында сауҙа өсөн 14 октябрҙә – туғыҙ,15 октябрҙә – 10 майҙансыҡ йәлеп ителде. Дөйөм алғанда уларҙа 1,4 мең самаһы сауҙа урыны булдырылды. Уларҙа үҙ продукцияһын 48 райондың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәре тәҡдим итте.

Йәрминкәләрҙә бер килограмм балды 300-600 һумға алырға мөмкин ине. Бер килограмм картуф һәм һуған – 13-25 һум, сөгөлдөр, кишер һәм кәбеҫтә 15-25 һум торҙо.

Ике көн эсендә республика йәрминкәләрендә дөйөм 80,9 миллион һумлыҡ бөтәһе 70,3 тонна бал, 1,7 мең тонна картуф һәм 757,7 тонна йәшелсә һатылған.

Уларҙан Өфөгә дөйөм 28,8 миллион һумға 23 тонна бал, 346 тоннанан ашыу йәшелсә һәм 736 тонна картуф тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть