Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле «Рәсәй тауыштары» фестивале барышында ижад миҙгелен аса

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә тәүге тапҡыр «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй хор, йыр һәм бейеү ансамблдәре фестивале бара. 17 октябрҙә фестиваль программаһын баш ҡаланың профессиональ сәнғәтенең визит карточкаһы тип һаналған «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле тамамлай. Йәй көнө коллектив Венгрияла «Summerfest» халыҡ-ара фольклор фестивалендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының традицион мәҙәниәте менән таныштырҙы.

«Мираҫ» ансамбле ошо концерт менән 26-сы ижад миҙгелен аса. Фестиваль республиканың 100 йыллығы һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан уҙғарыла. Концерт программаһы республиканың халыҡ ижадына нигеҙләнгән, тип хәбәр итте ансамблдең директоры Байрас Ишбирҙин.

«Рәсәй тауыштары» фестивале Себер дәүләт академия рус халыҡ хоры сығышы менән башланды. Һуңынан программаны Татарстан Республикаһының дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле (Ҡазан) һәм Людмила Зыкина исемендәге «Рәсәй» дәүләт академия рус халыҡ ансамбле (Мәскәү) дауам итте.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы. Проект Рәсәйҙең фольклор традицияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән коллективтарҙың күп төрлөлөгөн күрһәтеү өсөн ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть