Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктәге «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды. Ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ Министрҙар кабинеты сайтында баҫылған.

100 мең һум күләмендәге премия үҙешмәкәр коллективтарҙың етәкселәренә һәм солистарына, эпос башҡарыусыларға һәм халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарына халыҡтың художество традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге ҙур ижади уңыштары, шулай уҡ халыҡ мәҙәниәтен үҙләштереүгә йүнәлтелгән әүҙем педагогик һәм ағартыу эшмәкәрлеге өсөн бирелә, тиелә аңлатма яҙмаһында.

2017 йылда «Халыҡ музыкаһы», «Халыҡ йыры», «Халыҡ оҫтаһы», «Традицион халыҡ мәҙәниәте» һәм «Халыҡ бейеүе» номинацияларында 15 премия тапшырылды.

Асия Ғәйнуллина — халыҡ-ара һәм республика сәсәндәр конкурстары лауреаты, Башҡортостан башлығы грантына эйә. Асия Солтан ҡыҙы Башҡортостанда берҙән-бер сәсәндәр мәктәбен ойошторған. Мәктәп һәм уның етәксеһе тарафынан үҫеп килгән быуын араһында башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть