Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләге йәрминкәләрҙә картуфтың бер килограмы 18 һумға һатылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөнөң Киров районындағы йәрминкәлә Башҡортостандың 32 районы етештереүселәренең продукцияһы тәҡдим ителде. Әлшәй районынан ғына аҙыҡ-түлек тейәлгән 42 йөк машинаһы килде.

81,4 тонна картуф килтерелде, уның бер килограмы 18-20 һумға һатылды. Һуғандың бер килограмын — 15-20, кишер, сөгөлдөрҙө — 20, кәбеҫтәне 10-18 һумға һатып алырға мөмкин ине. Умартасылар йәрминкәлә 4,2 тонна бал тәҡдим итте һәм уны, төрөнә һәм сифатына ҡарап, бер килограмын 350-600 һумға һатты.

Йылы һауа торошон иҫәпкә алып, йәрминкәлә һыуытҡыстары булмаған ябай кәштәләрҙә ит һәм һөт ризыҡтарын һатыу тыйылды, тип иҫкә төшөрҙөләр мэрияла.

Теги: йәрминкә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть