Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Быйыл Башҡортостанда уҙған йылға ҡарағанда биш меңгә аҙыраҡ сабый тыуған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда тыуым 13,3% кәмегән. 2017 йылдың башынан төбәктә 37 228 сабый донъяға килгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был һан 5719 сабыйға аҙыраҡ. Отчетты республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән.

Статистикаға ярашлы, Башҡортостандың ҡайһы бер район һәм ҡалаларында тыуым сиреккә кәмегән, икенселәрендә артҡан. Өфөлә тыуымдың 13% кәмеүе күҙәтелә.

Ағымдағы йылда бынан алдағыһы менән сағыштырғанда үлем осраҡтары республика буйынса 4,2% һәм Өфөлә 5% аҙайған. Йыл башынан республикала 40 меңгә яҡын, Өфөлә иһә 9,7 меңдән ашыу кеше вафат булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть