Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бүздәк районындағы кооператив — бешмә вирусы менән зарарланыу билдәләре булған һуңғы ферма — Ирек Мөхәмәтдинов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Алты баш эре мөгөҙлө малда бешмә вирусы табылған Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылындағы «Ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы — вирус менән зарарланыу билдәләре булған һуңғы ферма, зарарланған сығанаҡты асыҡлауҙың тәүге этабы тамамланды, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов.

«Беҙ Туймазы, Шаран, Бүздәк райондары халҡы һәм ауыл хужалығы предприятиелары малдарынан алынған 3,5 меңдән ашыу өлгөнө тикшереүгә оҙаттыҡ. Алты өлгөлә бешмә вирусының антиматдәләре табылған. Улар тап «Ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы малдары — Кәпәй-Ҡобау ауыл советы биләмәһендәге 1-се һөтсөлөк-тауар фермаһы үгеҙҙәре», — тип билдәләне вице-премьер.

Кәпәй-Ҡобау ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙа вирус табылмаған. Бында малдар тартып алынмай. Ирек Мөхәмәтдинов яҡын-тирәләге райондарҙың, шул иҫәптән Туймазы, Шаран райондарындағы бер нисә ауыл советының да таҙа булыуын билдәләне.

«Ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативының 1-се һөтсөлөк-тауар фермаһында бөтәһе 146 баш эре мөгөҙлө мал алынырға тейеш.

«Әле фермала тоталь эшкәртеү, ауылда ла, уның зарарланыу сығанағына инмәүенә ҡарамаҫтан, дезинфекция бара, — тип асыҡлыҡ индерҙе ул. — Дүшәмбенән Туймазы һәм Бүздәк райондарында карантин буйынса кирегә һанау – 21 көн башлана. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа, күрше Туймазы районында сир асыҡланғас та, малдарға прививка яһалды. Бер үк ваҡытта ҡанды тикшереүгә алдылар һәм прививка, бер аҙна эсендә иммунитет барлыҡҡа килә. Һуңынан, 10 көндән, ҡабаттан вакцина һалыу ҡаралған, ул инструкцияға ярашлы үткәрелә. Тәүге прививка 8 октябрҙә эшләнгәйне, артабанғыһы 18 октябргә билдәләнгән».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бешмә вирусы, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанға Урта Азиянан ваҡ мал менән килеп ингән. Вирус Йәрмөхәмәт, Үрмәкәй, Ҡаранйылға һәм Ҡандра ауылдарындағы һыйырҙарҙа табылған. Әлеге ваҡытта ошо тораҡ пункттарҙа йорт хайуандары — 928 баш, шул иҫәптән 486 эре мөгөҙлө мал юҡ ителергә тейеш. Алынған мал өсөн ауыл халҡына компенсация — тере ауырлыҡтағы малдың һәр килограмы өсөн 130 һум түләү күҙаллана. Карантин иғлан ителгән биләмәләге күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тәүге ихтыяждарға биш мең һум  аҡса түләйҙәр. Туймазы районында бешмә ауырыуының эҙемтәләрен бөтөрөүгә 40 миллион һумға яҡын аҡса талап ителә. Сир осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Халыҡтың бешмә менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән.

Теги: бешмә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть