Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы 8320 һум тәшкил итәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда 2018 йылда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы дәүмәле 8320 һум тәшкил итәсәк. Уны махсус рәүештә ошо граждандар категорияһына пенсияларға өҫтәмә социаль түләүҙе билдәләү маҡсатында булдыралар. Төп дәүмәлде арттырыу тураһындағы закон проектын Башҡортостан парламентарийҙары 27 октябрҙә пленар ултырышта ҡараясаҡ.

2017 йылда пенсионерҙың йәшәү минимумы кимәле 8015 һум күләмендә билдәләнде. Ошо сумманан сығып, эшләмәгән пенсионерҙар пенсияға өҫтәмә аҡса ала. Республикала ул яҡынса 138 мең оло йәштәге кешегә билдәләнгән.

Закон төбәк Хөкүмәте ултырышында ҡаралған инде. Уның менән ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова таныштырҙы.

«Өҫтәмә социаль түләү эшләмәгән пенсионерҙарға бирелә, уларҙың пенсия дәүмәле алған социаль ярҙам саралары иҫәбе менән пенсионерҙың йәшәү урыны буйынса Рәсәй Федерацияһы субъектында билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк», – тип аңлатты Ленара Иванова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть