Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала йышыраҡ өйләнешә һәм һирәгерәк айырылыша башлағандар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты 2017 йылдың ғинуар-сентябрь айҙары өсөн гражданлыҡ хәлен теркәү акттары һаны тураһында мәғлүмәт баҫтырҙы. Күрһәткестәр 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырылған.

Документта күрһәтелеүенсә, ағымдағы йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 22313 пар никахын теркәгән, был унан алдағы йылға ҡарағанда 2205-кә күберәк. Билдәләнгән осорҙа 11539 ғаилә тарҡалған (2016 йылда – 11663).

Башҡортостандың баш ҡалаһында 7752 ғаилә барлыҡҡа килгән, ул былтырғыға ҡарағанда 699 ғаиләгә күберәк. Никахтарын күберәк Киров районы ЗАГС-ында теркәгәндәр (1844), икенсе урында – Совет (1398), өсөнсөлө – Калинин райондары (1205). Шул уҡ ваҡытта Өфө буйынса айырылышыу һаны артҡан – былтыр 3510-дан быйыл 3633-кә тиклем. Бында алдынғыларҙа – Калинин районы ЗАГС-ы (614 айырылышыу).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть