Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы «Локомотив»ты еңде

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Өфө» клубы Рәсәй Премьер-Лигаһының 13-се турында «Локомотив» менән уйында еңеү яуланы. Осрашыу Өфөлә «Нефтсе» стадионында үтте һәм беҙҙең команда файҙаһына 1:0 иҫәбе менән тамамланды.

«Өфө» сайтында уйындың барышы хаҡында хәбәр ителеүенсә, берҙән-бер голды 76-сы минутта Сильвестр Игбун индерә. Дмитрий Стоцкий һул яҡтан тупты Дмитрий Сысуевҡа тапшыра, ул ҡыҫҡа пас менән тупты штраф майҙанына оҙата, һул яҡ мөйөштә Боян Йокич алыҫ штангаға ебәрә, ә Игбун тупты ҡапҡаға уңышлы оҙата.

Өфө футбол командаһы 17 мәрәй йыйҙы һәм Премьер-Лига таблицаһында етенсе урынға сыҡты. «Локомотив» (26) — икенсе. «Тимер юлсылар» был чемпионатта ҡунаҡта тәүгә еңелде.

«Бөгөн яҡшы уйнанылар. Беҙҙең тактик схемаға таяндылар. Туп индереү беҙгә ауыр бирелә, күп тапҡыр мөмкинлектәр булды, әммә һуңғы осорҙа дөрөҫ хәрәкәттәр саҡ ҡына етмәй ҡалды. Туп индереүгә килгәндә, һәр ваҡыт эшләр урындар була, — тип белдерҙе «Өфө»нөң баш тренеры Сергей Семак «Наш футбол» телеканалы эфирында. — Егеттәр был еңеүгә лайыҡ, афариндар. Улар эш буйынса хаҡлы өс мәрәй алды».

Теги: футбол
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть