Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала күҙәтеү ведомстволарының эшен яраштырыу буйынса һынау проекты эшләй башлаясаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Яҡын ваҡытта Башҡортостанда Рәсәй өсөн контроль-күҙәтеү органдарының эшен яраштырыу буйынса һынау проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ошо хаҡта республика Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәте идаралығының хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе һөҙөмтәләрен тыңлағандан һуң Рәсәй Федерацияһы министры Михаил Абызов һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Сара барышында Башҡортостандың күҙәтеү ведомстволарында эштең яҡшы ойошторолоуы, эшҡыуарлыҡ тәртибе йәһәтенән етди тәжрибә тупланғаны ла билдәләнде. Шуның менән бергә, бизнес-берләшмә вәкилдәренең фекеренсә, Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенең һәм төбәк органдарының функциялары һәм вәкәләттәре ҡабатланыу проблемаһы бар. Бынан тыш, йыш ҡына ведомствоның функциялары Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенеке менән тап килә.

Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы министры, «Контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлегенең реформаһы» өҫтөнлөклө программаһы кураторы Михаил Абызов республикала күҙәтеүсе ведомстволар араһында координациялау эшен күтәреү буйынса киләсәктә киңәйеүе ихтимал һынау проектын бойомға ашырырға тәҡдим итте.

— Мин Рөстәм Зәки улына республика Хөкүмәте майҙансығында координация форматын булдырырға тәҡдим иттем. Уның сиктәрендә федераль һәм төбәк вәкәләттәре буйынса тикшереүҙәрҙе һәм уларҙың һөҙөмтәләрен анализлауҙы планлаштырыу буйынса уртаҡ эш уҙғарылыр ине. Федераль һәм төбәк инспекторҙары бер үк предприятиеларға йөрөмәһен, шул уҡ белешмәләрҙе һәм документтарҙы һорамаһын өсөн, – тине министр. – Икенсе яҡтан, федераль структураларҙың көйләнмәгән эше ҡабат тикшереүҙәргә килтергән ведомство-ара мәсьәләләр бар. Эшҡыуарҙар Федераль ветеринар фитосанитар хеҙмәте менән Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәтенең йыш ҡына бер үк нәмәне тикшереүенә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтә. Бында, республика Хөкүмәте майҙансығында ошо координацияны көсәйтергә кәрәк тип иҫәпләйем. Ул инспекторҙар составының эш сифатын күтәрәсәк, ә иң мөһиме – продукцияның сифатын арттырыуға килтерәсәк. Был дәүләт контроленең нимә өсөн барлығын аңлата.

Башҡортостан Башлығы төбәк ведомстволарының вәкәләттәрен киңәйтеү кәрәклеген билдәләп, был фекерҙе хупланы.

— Үҙ яғыбыҙҙан әйтелгәндең барыһын да – контроль-күҙәтеү хеҙмәттәренең үҙ-ара нисек эш итә алыуын күрһәтеп, Башҡортостан Республикаһы миҫалында модель һынауын уҙғарырға тырышырбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә вәкәләттәребеҙ аҙыраҡ, сөнки ул федераль структуралар һәм ғәҙәттә урындағы федераль орган етәкселәре юғарыға ымлай: «Бына беҙгә етәксе әйтһә, беҙ эшләрбеҙ, ә былай бәйләнмәгеҙ». Әммә бергәләп талаптарыбыҙға иғтибар итмәү хәлен «йомшарта», бөтөрә башларбыҙ һәм уңышҡа өлгәшербеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть