Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө Рәсәйҙең ун иң мәҙәни һәм белемле ҡалаһы иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты тормош сифатын баһалау проекты сиктәрендә ҙур һәм уртаса ҡалаларҙа сираттағы мәҙәниәт һәм белем биреү мөхитенең торошон тикшерҙе.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса белгестәр ошо исемлектә беренсе урынды Рәсәйҙең мәҙәни баш ҡалаһы – Санкт-Петербургка бирҙе. Мәҙәни саралар һәм белем биреү буйынса тәүге ун алдынғы иҫәбенә Башҡортостандың баш ҡалаһы инде.

Атап әйткәндә, Өфө мәҙәниәт учреждениеларының иҫәбе буйынса рейтингтың һигеҙенсе баҫҡысын биләй. Һорау алған өфөләрҙең 80 проценты ҡалалағы мәҙәни урындарҙың һаны буйынса ҡәнәғәт. Шулай уҡ ҡала халҡының 88 проценты Өфөлә яҡшы белем алырға мөмкин уҡыу йорттары етерлек тип иҫәпләй. Был рейтингта Өфө Рәсәйҙә унынсы урынды биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть