Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанды Владимир Путиндың Воронеждағы ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәһендә билдәләнеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин йома, 13 октябрҙә, Воронежда ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, тип хәбәр ителә kremlin.ru сайтында.

Илдең тотош агросәнәғәт комплексын үҫтереү динамикаһы, шул иҫәптән бөртөклө культураларҙың иң юғары уңышы, малсылыҡ продукцияһын етештереү үҫеше тикшерелде. Доклад менән илдең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев сығыш яһаны. Ҡаралған һорауҙар араһында ул электрон ветеринария сертификацияһын индереүгә айырыуса иғтибар итте. Ул сифатлы продукция етештереү өсөн мөһим дәртләндереү сараһы буласаҡ. Ошо йүнәлештәге эш буйынса алдынғыларҙа – Башҡортостан, шулай уҡ Силәбе, Кубань, Татарстан, Новосибирск.

«Электрон ветеринария сертификацияһын әүҙем рәүештә индереү фальсификатты кәметәсәк, продукцияның реэкспортын бөтөрәсәк, ул һоро импорт һәм санкциялы продукцияны индереү менән көрәшергә ярҙам итәсәк. Ауыл хужалығы министрлығы оператив штаб булдырҙы, ул әүҙем эш башланы ла инде, был байтаҡ ҡатнашыусылар һаны менән ябай булмаған процесс. Штабтың бурысы – баҙарҙа ҡанташыусыларға электрон төрҙә ветеринария оҙатыу документтарын рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү, — тип белдерҙе илдең ауыл хужалығы министры. — Күрһәткестәр мониторингы ыңғай динамика күрһәтә, августа электрон ветеринария сертификаттарын рәсмиләштереүселәрҙең һаны һигеҙ миллионлап булһа, сентябрҙә улар туғыҙ миллион. Айырыусы был йүнәлештә Волга буйында, Себерҙә, Урал аръяғында эшләйҙәр, алдынғыларҙа – Силәбе, Кубань, Башҡортостан, Татарстан, Новосибирск».

Александр Ткачев өҫтәп, властары эшләмәгән йәки электрон сертификация системаһын индереүҙе тотҡарлаған төбәктәрҙе, әммә ведомствоның был йүнәлештә әүҙем эш алып барыуын билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть