Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Федерацияһы министры Башҡортостандағы бешмә ауырыуы тураһында: Ауырыу хәүефен иҫкәртергә һәм булдырмаҫҡа кәрәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөләге Конгресс-холда республика Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенең хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе һөҙөмтәләрен тыңлауҙар бара. Сарала Асыҡ хөкүмәт мәсьәләләре буйынса Рәсәй министры Михаил Абызов, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Аграр һәм аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса Федерация Советы комитеты, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Генераль прокуратура, Федераль ветеринар һәм фитосанитар хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре ҡатнаша.

Бөгөнгө көнгә төп бурыс – кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыу, хәүефте иҫкәртеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды инеш һүҙендә Михаил Абызов.

«Бөгөн дәүләт һаҡлаған хәүефтәр буйынса йыл һайын 80 меңдән ашыу кеше һәләк була, был бик ҙур һан. Беҙгә уны тамырынан ҡыҫҡартырға һәм шул йәһәттән йыш ҡына ҡапмы-ҡаршы булған ике бурысты үтәү мөһим. Ул, бер яҡтан – төрлө дәүләт механизмдары пакетының сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү. Уның иҫәбенә ошо көнүҙәк бурыстарҙы башҡарасаҡбыҙ. Беренсенән, хәүеф-йүнәлеш алымдарын индереү. Был алым инспекторҙарыбыҙ һайламайынса, уларға уңайлы һәм өйрәнгән урындарҙы тикшереү түгел. Ә зыянды кәметеү һәм иҫкәртеү өсөн хәүеф, тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлау, уларҙы иҫкәртеү кәрәклеге булған ерҙәрҙе тикшереү», — тине министр.

Уның һүҙҙәренсә, структураларҙың эшен тәртипкә килтереү, күпме тикшергән һәм күпме штраф һалған – «таяҡса» системаһынан арыныу зарур. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан күҙәтеү эшмәкәрлегенең алымы үҙгәртелә, ул хәүеф-йүнәлешле буласаҡ. Инспекторҙарҙы зыян килтереүҙе кисектереү күрһәткестәре буйынса баһалай башлаясаҡтар. Мәҫәлән: бешмә ауырыуын асыҡланылар – күҙәтеү ведомстволары насар эш алып барған, бешмә юҡ – иҫкәртеү эше яҡшы башҡарылған.

Ауырыуҙарҙы иҫкәртергә һәм булдырмаҫҡа кәрәк, тип билдәләне Рәсәй министры. Республикалағы бешмә ауырыуына килгәндә, бында дини байрамдар алдынан хәүеф-хәтәрҙе булдырмау өсөн иҫкәртеү сараларын көсәйтергә кәрәк ине, сөнки төбәккә күпләп мал индерелде.

«Хәүеф картаһын ғәмәлдәге хәлгә ярашлы итеп эшләргә тейешбеҙ», — тине Михаил Абызов һәм Башҡортостанда бешмә ауырыуы менән бәйле осраҡтан бөтәһе лә яфалана, профилактика саралары барыһына ла ҡағыла, тип өҫтәне.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Аграр һәм аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса Федерация Советы комитеты рәйесе Сергей Лисовский бешмә ауырыуы хаҡында һөйләгәндә: «сит илдән, дуҫ республикаларҙан нимә индергәндәрен беҙ белмәйбеҙ. Федераль ветеринар һәм фитосанитар хеҙмәте баҫыуҙан сауҙа кәштәһенә тиклем аҙыҡ-түлектең сифатын контролдә тотоу функцияһынан мәхрүм ителгән», – тип белдерҙе.

Спикерҙар шулай уҡ күҙәтеү ведомствоһының кадрҙар ротацияһы, мәғлүмәт таратыу, аҙыҡ-түлекте күсереү, яуыз боҙоуҙар өсөн санкцияларҙы ҡатыландырыу, Федераль ветеринар фитосанитар хеҙмәте менән Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте эшмәкәрлектәрен асыҡлау һорауҙарын тикшерҙеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть