Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан грипҡа ҡаршы вакцина менән тулыһынса тәьмин ителгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанға киҙеүгә ҡаршы вакцинаның һуңғы партияһы килтерелде. Бөгөнгә республика федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә грипты иҫкәртеү буйынса СОВИГРИПП вакциналары менән тулы күләмдә тәьмин ителгән (балаларҙы иммунизациялау өсөн — 175 000, өлкәндәр өсөн 1 250 000 доза).

Шулай итеп, вакцина менән тәьмин ителеш 100% тамамланған. Әле уны медицина ойошмаларына тараталар.

2017-2018 йылдарҙағы эпидемия миҙгелендә прививкаларҙың милли календары сиктәрендә 1 600 000 кешегә, шул иҫәптән 350 мең балаға һәм 1 250 000 өлкән кешегә киҙеүгә ҡаршы прививка яһау күҙаллана (халыҡтың 40%).

«Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә бюджет аҡсаһына прививкаларҙың милли календарына индерелмәгән кешеләрҙе һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы иммунизациялау өсөн 4,6 меңдән ашыу доза Гриппол®плюс вакцинаһы һатып алынған.

Халыҡҡа грипҡа ҡаршы вакцина һалыуҙы беренсе ноябргә тиклем тамамлау күҙаллана.

Табиптар Башҡортостанда йәшәүселәргә поликлиникаға килеп, киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыр өсөн ваҡыт табырға кәңәш итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть