Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡының яңы күләме аталды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, ағымдағы йылдың июль айында төбәктә уртаса эш хаҡы 29 431 һум тәшкил иткән.

Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 498 һумға тиң.

2017 йылдың июнь-август айҙарында эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың һаны — 2, 027 миллион кешенән ашыу.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттары буйынса әле эшһеҙҙәр һаны 113 мең тәшкил итә. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,6 процентҡа тиң.

Октябрь башына ҡарата республикала рәсми рәүештә 20 мең эшһеҙ һәм 48 мең буш урын иҫәпләнгән. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,99 процентҡа тиң булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть