Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда өлкәндәрҙең һәм балаларҙың ғүмерен өҙгән янғын хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

10 октябрҙә төндә Благовещен районының Дмитриевка ауылында сыҡҡан янғында дүрт кеше — оло йәштәге ҡатын, ир-егет һәм ике бәләкәй баланың ғүмере өҙөлдө. Күршеһе Алексей Прохоров зыян күргәндәргә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.

«Янғында зыян күргәндәргә кейем-һалым (буйы 170 сантиметр), аҙыҡ-түлек, медикаменттар (бинттар, тән бешеүен дауалау өсөн препараттар) менән ярҙам итергә теләгән кешеләр миңә 8-987-258-43-48 номерына шылтыратһын ине. Өфөгә килеп, әйберҙәрҙе алып ҡайтырмын һәм ошо шәмбе Дмитриевка ауылына алып барырмын», — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Алексей.

Алдан хәбәр ителгәнсә, өйҙә 54 йәшлек ҡатындың, уның 3 һәм 5 йәшлек ейәндәренең һәм ҡунаҡтарҙың береһенең кәүҙәләре табылды. Һәләк булған хужабикәнең 34 йәшлек ҡыҙы иҫән ҡалды, әммә тәненең 40 проценты бешкән. Әле ул дауаханала. Уның өйҙәш ире һәм ҡунаҡтың өйҙәш ҡатыны янғындан ҡотолоп ҡала алған. Ут сығыуға йортта йәшәүселәрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуы сәбәпсе булыуы ихтимал.

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе ҡот осҡос төндә ағас йортта саҡ янып үлмәгән Сергей исемле өйҙәш ир менән һөйләште. Ул фажиғәгә килтергән осраҡты бәйән итте.

«Беҙ был өйгә март аҙағында күсендек. Ҡатыным Дөртөйлөләге фатирын һатты. Риелтор 1 миллион 250 мең һум аҡсаны һаҡларға алды һәм Тимашев ауылында беҙгә яҡшы йорт һатып аласаҡмын, тине. Аҡса бөтмәһен өсөн Дмитриевкала ошо өйҙә йәшәп торорға тәҡдим итте. Унда һыу юҡ ине, ут рөхсәтһеҙ тоташтырылғайны. Бер айҙан һуң риелтор был йортто беҙгә 750 мең һумға һатам, тине. Беҙ риза булманыҡ, ул телефонын алмай башланы һәм юғалды. 10 октябрҙә төндә янғын сыҡты», — тип һөйләне әңгәмәсе.

Фажиғәле төндә йортта һигеҙ кеше — ике бәләкәй бала, уларҙың әсәһе, өләсәһе, әсәһенең өйҙәш ире һәм уның ағаһы, шулай уҡ ике танышы булған.

Сергей әйтеүенсә, Благовещен ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарында риелторға ғариза яҙғандар, һуңынан эште фатир буйынса килешеү урынына — Дүртөйлөгә ебәргәндәр.

«Хеҙмәткәрҙәр бер тапҡыр килеп, беҙҙән һорау алды. Һуңынан шылтыратып, һорау алыуға саҡырҙылар. Беҙҙең юлға аҡсабыҙ юҡ ине, ара ла алыҫ, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырырға теләмәнек», — тип билдәләне әңгәмәсе.

Әлеге янғында зыян күргәндәр күршеһендә йәшәй. Артабан улар үҙҙәре менән нимә буласағын белмәй. Бөгөн һәләк булғандарҙы ерләйҙәр.

Күршеһе Алексей янған йорттоң ярым ташландыҡ хәлдә булғанлығын өҫтәне. Йәнәһе лә унда 40-ҡа яҡын кеше теркәлгән.

Республиканың Тәфтиш комитеты фажиғәле осраҡ буйынса «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатты. Әле енәйәттең сәбәптәре, шулай уҡ уны ҡылыуға ҡатнашы булған кеше йәки кешеләр асыҡлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть