Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала иген йыйыу тамамлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу тамамлана. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, планға ҡарата майҙандарҙың 99 процентында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған һәм һуғылған.

Төбәктә 3, 777 миллион тонна иген йыйылған. Һәр гектарҙан уртаса 21,8 центнер уңыш алынған. Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары игенселәре бер гектарҙан 30 центнерҙан ашыу йыя.

Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың иң юғары уңышы — Саҡмағош районында, унда һәр гектарҙан 39,7-шәр центнер йыялар.

Әле 224, 171 һәм 153 мең тонна иген йыйып алған Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары алдынғылар рәтендә килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть