Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан радиоһының юбилейы уңайынан йондоҙло дискотекала плазмалы телевизорҙар уйнатыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Рәсәй Башҡортостан» телевидениеһы һәм радиоһы теләге булған һәр кемде «Хәйерле төн, республика!» тип аталған йондоҙло дискотекаға саҡыра. Башҡортостан радиоһының 90 йыллыҡ юбилейына арналған дискотека 20 октябрҙә «Өфө уттары»нда уҙа.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин хәбәр итеүенсә, сәхнәлә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай. Улар иҫәбендә Фидан Ғафаров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Гөлназ Асаева, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Вилдан Яруллин, Рәил Өмөтбаев, йәш артистар бар.

Сара барышында «Ватан» интернет-радиоһын рәсми асыу тантанаһы була. Кисәнең абруйлы ҡунаҡтарының береһе — илдең Ҡатнаш алыш төрҙәре союзы президенты, Рәсәйҙең спорт министры советнигы, ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Федор Емельяненко. Ул Өфөгә Бөтә Рәсәй турнирына килә.

Алып барыусылар Фирҙәт Ғәлиев һәм Ғәлимйән Ибәтуллин бик күп үҙенсәлекле конкурстар ойошторасаҡ һәм иң дәртле бейеүсегә, иң матур парға плазмалы телевизор бүләк итәсәк. Бынан тыш, милли стилдәге иң үҙенсәлекле костюм өсөн дә телевизор оторға мөмкин.

Сара киске сәғәт 9-ҙа башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть