Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Республикала күҙҙәре күрмәгән мосолмандар Ҡөрьән тексын уҡый ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Башҡортостан һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың китап фонды Брайль системаһы — рельефлы-нөктәле тактиль шрифт буйынса яҙылған Ҡөрьән менән тулыланды. Ошо бүләкте, шулай уҡ башҡа ислам әҙәбиәтен учреждениеға республика мосолмандарының Диниә назараты тапшырҙы.

«Күреү һәләтенән мәхрүм ҡалыу – кеше өсөн ҙур һынау. Бына беҙ һуҡырҙарҙы йәлләйбеҙ, Хоҙай алдында яуап тоторға тура килгәндә, улар беҙҙе йәлләр, моғайын. Сөнки беҙҙән ошо бүләкте нисек һәм ниндәй маҡсатта файҙаланыуыбыҙҙы һораясаҡтар», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов.

Артабан Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының һәм китапхананың хеҙмәттәшлеге дауам итәсәк.

Насар күргән һәм һуҡыр кешеләр өсөн махсус китапхана — республикала берәү генә. Бөгөн китап һаҡлағыс — башҡорт, татар һәм рус телдәрендә мультителле аудиокитаптар һәм текста график һүрәттәр менән Брайль китаптарын сығарыу буйынса лидер. Башҡортостанда китапхананың бүлектәре, шулай уҡ бөтә категориялағы инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү буйынса методик үҙәге бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть