Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 1 миллион тоннанан ашҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөгөнгә Башҡортостанда 1 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған. 600 мең тоннаға яҡыны шәкәр заводтарына оҙатылған, шуларҙың яртыһы эшкәртелгән дә инде.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәте буйынса, 33,3 мең гектар майҙандан татлы тамыр йыйып алынған, был пландың 64 процентын тәшкил итә. Миәкә районында уңыш йыйыу тулыһынса тамамланған, Федоровка, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында тамамланыуға бара.

Шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы – гектарынан 307 центнер. Өфө һәм Ғафури райондары алдынғылыҡты бирмәй, уларҙа сөгөлдөрсөләр һәр гектарҙан 385 һәм 383 центнер ала.

Шишмә районы сөгөлдөрсөләре барыһынан да күберәк татлы тамыр ҡаҙып алып, баҫыуҙан сығарған – 157 һәм 98 меңдән ашыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть