Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала башҡорт телендә интернет-радио асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

11 октябрҙә, Республика көнөндә, башҡорт телендә яңы интернет-радиостанция үҙ эшен башланы. Әлегә ул һынау үтә. «Ватан» музыка һәм мәғлүмәт радиоһы тәүлек әйләнәһенә эшләй, эфирҙы Dj Fatikh – билдәле музыкант Фәтих Муллахмәтов тултыра.

«Ватан»ды йәштәр аудиторияһы өсөн туған телде һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторҙоҡ. Эфирҙа яңылыҡтар һәм сифатлы музыка, башҡорт эстрадаһы хиттары, хәҙерге башҡарыусыларҙың яңы йырҙары ла яңғыраясаҡ», — тип һөйләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин.

Радиостанция етәкселәренең һүҙҙәренсә, яңы формат республика халҡына ғына ҡыҙыҡлы түгел – сәхифәне Ямал-Ненец автономиялы округында һәм Америка Ҡушма Штаттарында ла ҡарағандар. Интернет-радионы рәсми рәүештә 20 октябрҙә эшләтеп ебәреү күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть