Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.25 ↓

EUR 72.79 ↓

17 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә ҡот осҡос янғын: йортта өлкәндәр һәм балалар янып һәләк булған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

10 октябрҙә төндә Башҡортостан полицияһына Благовещен районының Дмитриевка ауылындағы йорттарҙың береһендә янғынды һүндергән саҡта дүрт кешенең һөлдәһе табылыуы хаҡында хәбәр килде. Ошо осраҡ буйынса «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төндә Дмитриевка ауылында 54 йәшлек ҡатындың өйө янып киткән. Утты һүндергәндән һуң ике өлкән кешенең һәм ике баланың кәүҙәһе табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йорт хужабикәһе, уның 3 һәм 5 йәшлек ейәндәре, ҡунаҡтарҙың береһе янып һәләк булған. Хужабикәнең 34 йәшлек ҡыҙы иҫән ҡалған, әммә тәненең 40 проценты бешкән. Әле ул дауаханала. Уның өйҙәш ире һәм ҡунаҡтың өйҙәш ҡатыны янғындан ҡотолоп ҡала алған. Ут сығыуға йортта йәшәүселәрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуы сәбәпсе булыуы ихтимал.

Әле енәйәттең сәбәптәре, шулай уҡ уны ҡылыуға ҡатнашы булған кеше йәки кешеләр асыҡлана. Эксперт тикшереүҙәрен уҙғарыу билдәләнгән. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть