Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәнлектәр өсөн тәбиғи йәшәү мөхите булған зоопарк төҙөләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфөлә хайуандар өсөн тәбиғи йәшәү мөхите булған зоопарк төҙөләсәк. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса 21 сентябрҙә «Ағиҙел» зоология баҡсаһы» дәүләт автономлы учреждениеһы булдырылды. Был — төрлө йәнлектәр өсөн тәбиғи йәшәү мөхите булған яңы типтағы зоопарк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Уны ойоштороуға миллионлы ҡалала ғаилә, балалар менән бергәләп ял итеү өсөн заманса зоопарктың юҡлығы тураһында мәсьәләне күтәреп сыҡҡан өфөләрҙең мөрәжәғәте сәбәпсе булды.

«Беҙ эште нулдән башлайбыҙ. Әлеге проектҡа тиклем ошондай күләмле заманса зоопарктар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә төҙөлмәне. Бында йәнлектәрҙең тормошон күҙәтергә, матур юлдарҙан йәйәү ҙә, велосипед менән дә йөрөргә, саф һауа һуларға мөмкин, сөнки биләмә ағастар араһында урынлашасаҡ, бик күп һыу объекттары һәм аттракциондар буласаҡ. Беҙҙә планеталағы бөтә йәнлектәр йәшәйәсәк. Бында көнө буйы йөрөргә мөмкин һәм һәр кем үҙенә шөғөл табыр, планлаштырылған биләмә яҡынса 200 гектарҙы биләй. Йәнлектәрҙең һаны биш меңдән кәм булмаҫ тип күҙаллана», — тип һөйләне буласаҡ зоопарк хаҡында «Ағиҙел» зоология баҡсаһы етәксеһе Наталья Логунова.

Өфөлә зоопарк төҙөү тураһында ҡарарҙың Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биәләмәләре йылында ҡабул ителеүе символик мәғәнәгә эйә. Проектҡа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы яуаплы.

Теги: зоопарк
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть