Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа май экстракцияһы заводы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Күмертауҙа төп инвестиция проекты — май экстракцияһы заводы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы.

«Күмертау ҡала округының Маячный ауылында май экстракцияһы заводы» проектын тормошҡа ашырыуға республиканың һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының берлектәге эше булышлыҡ итте.

Республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Фонд менән Башҡортостан араһында төҙөлгән берлектә финанслау тураһындағы килешеүгә ярашлы, инвестиция проекты өсөн дөйөм суммаһы 310 миллион һумдан ашыу биш инфраструктура объекты һалынған. Шул аҡсаның 205 миллион һумдан ашыуын — фонд, 60 миллионын республика бүлгән.

Шундай объекттар иҫәбендә — дүрт саҡрым самаһы оҙонлоҡтағы газ үткәргес, бер километрға яҡын юғары вольтлы электр тапшырыу линияһы, йөк транспорты өсөн автомобиль юлы, таҙартыу ҡоролмалары.

Килешеү 4,3 миллиард һумдан ашыу күләмендә капитал һалыуҙарҙы, шулай уҡ «КүмАПП» акционерҙар йәмғиәтенең ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиеһы эшмәкәрлеге менән бәйле булмаған 520 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Бынан тыш, фонд ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвесторға йылына 5 процент менән һигеҙ йылға 1 миллиард һум күләмендә льготалы займ биргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть