Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең кеҫә телефонына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр килде. Ведомство 7 октябрҙә республикала елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрғаса етеү ихтималлығы хаҡында иҫкәртә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, был көндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5, көндөҙ +8,+13 градус.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел иҫкәндә бинанан сыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Урамда йөрөгәндә ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенеү зарур. Йорттарҙың стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер төшөүе мөмкин. Был йәмәғәт транспорты, реклама таҡталары, ағастар, төҙөлөп бөтмәгән биналарға ла ҡағыла. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға яҡын килеү хәүефле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть