Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Халыҡ-ара проектта йырсы Айтуған Ғәйзуллинды Башҡортостандың символы тип атанылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт эстрадаһы йырсыһы Айтуған Ғәйзуллин 31-се «I'm a singer Kazakhstan» каналының халыҡ-ара телепроектында ҡатнашты. Билдәле булыуынса, уны алты илдән өс мең башҡарыусы араһынан һайлап алғандар, һәм ул Башҡортостандан берҙән-бер вәкил булды.

Ҡаҙағстанда үткән бәйгелә Айтуған «Уралым» йырын заманса аранжировка менән башҡарҙы. Баһалама ағзалары һәм тамашасылар сығышты һоҡланып тыңланы, ә коллегалары хөрмәтләп, Айтуған Башҡортостандың символы булып тора, тине. Жюри вәкилдәре Айтуған йырлаған саҡта тарихтың күҙ алдынан үтеүен, уның оҫталығын билдәләне.

Икенсе турҙың йомғаҡтары буйынса Айтуған иң яҡшы башҡарыусы тип танылды. Йырсы ноябрь-декабрь айҙарында ярымфиналда сығыш яһай.

Үҙенең сығышы алдынан Айтуған тыуған Аҡтау ҡалаһына килеүенә шатланыуын белдерҙе. Сюжетта йырсының ғаиләһе, атаһы — билдәле музыкант, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин хаҡында ентеклерәк һөйләнелә.

«Мин, атайым кеүек үк, балаларымдың эшемде дауам итеүҙәре һәм шундай ҙур сараларҙа сығыш яһауҙары менән ғорурланам. «Уралым» йырының интерпретацияһын бергәләп эшләнек», — тип хәбәр итте Рәмил Ғәйзуллин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть