Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Иғтибар! Республика райондарының береһендә бешмә ауырыуы теркәлгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандың Туймазы районында бешмә ауырыуы табылған. Үрмәкәй һәм Йәрмөхәмәт ауылдарында карантин иғлан ителгән.

«Туймазы хәбәрҙәре» гәзите хәбәр итеүенсә, һыйырҙарҙың еленендә сәйер таптарҙы күргәндән һуң урындағы ветеринарҙар шиккә ҡалған. Владимир ҡалаһына ебәрелгән анализ өлгөләрендә ысынлап та бешмә вирусы булыуы раҫланған.

5 октябрҙә районда ғәҙәттән тыш режимы индерелгән. Зарарлы тораҡ пункттарҙан сығыу юлдары ябылған, һаҡлау саралары менән йыһазландырылған постар ҡуйылған, белгестәр ихаталарҙы һәм фермаларҙы дезинфекциялай.

Бешмә – антропозооноздар төркөмөнә ҡараған киҫкен вирус ауырыуы. Кешегә ул сирле мал һөтөнән, итенән эләгеүе мөмкин. Ауырыу малдар менән эшләгәндәр ҙә инфекция йоҡтороуы ихтимал.

«Беҙ районда халыҡтың һәм малдарҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя алмайбыҙ, – тине райондың баш ветеринар табибы Илгиз Нәсибуллин. – Әлеге тораҡ пункттарҙағы хайуандар юҡ ителәсәк, уларҙың хужалары иһә аҡсалата компенсация аласаҡ».

Районда шәхси хужалыҡтарҙа һәм ауыл хужалығы предприятиеларында ҡалған малдарға бушлай прививка яһаласаҡ. Эшкә республиканың ветеринария белгестәре йәлеп ителәсәк.

Район һәм ҡала халҡын шәхси хәүефһеҙлеккә айырыуса иғтибар итергә: рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында ветеринария документтары булмаған һөт, һөт ризыҡтарын, ит һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр.

Өҫтәүенә Туймазы районы хакимиәтендә ошо хәлгә аңлатма биреүҙән баш тарттылар. Башҡортостандың ветеринария идаралығында был хәбәр кире ҡағылманы, шул уҡ ваҡытта раҫланманы ла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть