Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Вьетнам инвесторҙары Башҡортостанда һөт комплексын төҙөргә ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәте Мәскәүҙә TH Group корпорацияһы составындағы ТH True Milk компанияһы (Вьетнам) менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм корпорация етәксеһе Хоанг Конг Чанг ҡул ҡуйҙы.

Вьетнам инвесторҙары Башҡортостандың Бүздәк районында яңыртыу талап иткән фермаларҙың береһендә һөт етештереү буйынса заманса комплекс төҙөргә ниәтләй. Инвестиция проекты шәхси эре мөгөҙлө малдар һанын үҫтереү өсөн ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыуҙы ла күҙ уңында тота, тип хәбәр итә төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

ТН True Milk — Вьетнамда һөт етештергән ҙур компанияларҙың береһе. Шәхси фермалары, һөт һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтары, берләштерелгән медицина үҙәге, магазиндар селтәре бар. Бынан тыш, органик йәшелсәләр үҫтереү һәм функциональ аҙыҡ-түлек етештереү ойошторолған. Компания Вьетнамдың һөт баҙарында 30 проценттаны ашыуын биләй.

«Коллегаларыбыҙ Башҡортостанға килеп, төбәктең мөмкинлектәрен, бер нисә потенциаль майҙансыҡтарҙы баһаланы ла инде, — тине Хоанг Конг Чанг, килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң. — Беҙ республика хөкүмәте яғынан ярҙам ҡулы һуҙыуҙарын күрәбеҙ һәм яҡын арала проектты тормошҡа ашыра башларбыҙ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть