Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә йәштәр үҙҙәрен премьер-министр йәки оппозиция лидеры ролендә һынап ҡарай ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт телендә дебаттар буйынса «Аҫылташ» республика чемпионатына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Башҡорт телен яҡшы белгән һәм дебаттар алып барыу сәнғәтендә үҙҙәренең һәләтен күрһәтергә теләгәндәр саҡырыла.

Чемпионат зона һәм төбәк этаптарынан тора һәм ике категорияла: тәүгеһе башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары, ә икенсеһе урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында уҙғарыла. Дебаттар барышында ҡатнашыусылар үҙҙәрен премьер-министр, вице-премьер, оппозиция лидеры, хөкүмәт секретары һәм башҡа ролдәрҙә һынап ҡарай ала. Уйын йомғаҡтары буйынса чемпионаттың иң яҡшы спикеры билдәләнәсәк.

Ҡатнашыу өсөн ике кешенән команда тупларға һәм 02mir.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Ғаризалар 2017 йылдың 18 октябренә тиклем ҡабул ителә.

Чемпионатты ойоштороусы — «Башҡортостандың Йәш гвардияһы». Башҡорт телендә дебаттар буйынса беренсе чемпионат 2017 йылдың майында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолдо. Унда Өфөнән 16 команда ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть