Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика фермеры икенсе ай инде 175 мең һумлыҡ тоҡомло кәзәһен эҙләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Мәләүез районында йәшәгән фермер икенсе ай инде былтыр АҠШ-та 175 мең һумға Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы грантына һатып алған Хан исемле тоҡомло кәзәһен табырға тырыша. Эдуард Ниғмәтуллин урындағы кәзә тоҡомон алыу өсөн уны Зааненталь кәзәләре менән ҡушҡан булған.  

Таҙа ҡанлы Нубия тоҡомло кәзә 17 августа юғалған. Полиция уны эттәр менән эҙләһә лә, тапмаған. Фермер һәм уның туғандары яҡын-тирәләге урман-яландарҙы йөрөп сыҡҡас, киң мәғлүмәт сараларына мөрәжәғәт иткән, тип яҙа «АиФ в Башкортостане».

«Ул — Башҡортостанда берҙән-бер таҙа ҡанлы Нубия кәзәһе. Беҙ уны эҙләйбеҙ, һәм табырбыҙ, тип уйлайым. Ветеринарҙар миңә уның ҡайҙа икәнлеген хәбәр итәсәк. Мин быны ошондай тоҡомло кәзәнең һөтө тәмле икәнлеген белеп, фермабыҙға килгән туристарҙан күрәм», — тине фермер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть