Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалабыҙҙа парктар булдырыу һәм төҙөкләндереү өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөләге парктарҙы төҙөкләндереүгә һәм яңыларын төҙөүгә, бағыусылар аҡсаһынан тыш, 2 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән. Аҡсаның күп өлөшө федераль бюджеттан бүленгән. Һуңғы алты йылда ҡалала 19 яңы парк һәм сквер төҙөлгән, 28-е реконструкцияланған.

2017 йылда Өфөлә «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы тормошҡа ашырыла. Ул йәшелләндереү һәм асфальт түшәүҙән тыш, урындағы халыҡтың теләктәренә нигеҙләнгән билдәле бер концепция буйынса киңлек булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо программа сиктәрендәге иң ҙур проект — Сипайлово биҫтәһендә «Ҡашҡаҙан» паркын төҙөкләндереү һәм үҫтереү (федераль ҡаҙнанан 80 миллион һум һәм ҡала бюджетынан 25 миллион).

Дөйөм алғанда, ҡалала төҙөкләндереү буйынса сараларҙы финанслау 279 миллион һум тәшкил иткән (223,8 миллионы — федераль, 45,8 миллионы — республика, 9,5 миллионы — халыҡтың аҡсаһы). Ошо сумманан 90 миллион һумы — йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереүгә, 180 миллионы 105 күп фатирлы йорт ҡараған 81 ихатаны төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть