Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө «Толпар»ы хоккейсыһын Рәсәйҙең йәштәр йыйылмаһына саҡырғандар

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Мәскәү эргәһендәге Новогорскиҙа 18 йәшкә тиклемге йәш хоккейсылар йәштәр йыйылмаһының баш тренеры Александр Зыбин етәкселегендә уҡыу-күнәкмә йыйынын башланы. Ҡатнашыусылар араһында Өфөнөң «Толпар» йәштәр клубы уйынсыһы, һөжүм итеүсе Алексей Пустозеров бар. Тренерҙар штабы бөтә илдән йәмғеһе 28 уйынсыны: өс ҡапҡасыны, 10 һаҡсыны һәм 15 һөжүм итеүсене саҡырған.

«Толпар»ҙың матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарында, Пустозеровтың карьераһында был милли йыйылмаға тәүге саҡырыу. Алексей башҡа йәш хоккейсылар менән бергә 11 октябргә тиклем «Новогорск» базаһында күнекмәләр уҙғара. Унан һуң йыйылма Чехияға юлланасаҡ, унда ул өс дуҫтарса уйын уҙғарасаҡ. Ваҡыты билдәле: 13, 14 һәм 15 октябрь.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть