Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры күпләп музыканттар ҡабул итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республиканың алдынғы ижади коллективы – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры күпләп музыканттар ҡабул итеүен белдерҙе. Конкурс тыңлауҙары бөтә оркестр төркөмдәре өсөн ноябрь айында үтә. Оркестрҙа хәбәр итеүҙәренсә, артистарҙың эш хаҡы 60 мең һумғаса тәшкил итәсәк. Был һуңғы ваҡытта коллективҡа финанслауҙы арттырыу менән бәйле.

Конкурс тыңлауҙары өс турҙа үтәсәк: видеояҙмалар буйынса, яңғыҙ башҡарыу һәм оркестр ҡыйынлыҡтары менән.

Конкурста ҡатнашыуға профессиональ музыканттар-башҡарыусылар, шулай уҡ юғары музыкаль белем биреү йорттарының сығарылыш курс студенттары саҡырыла.

Коллективтың художество етәксеһе Раушан Яҡупов билдәләүенсә, был ябай процедура, ул оркестр штатын булдырырға ярҙам итәсәк.

Быйыл Милли симфоник оркестр 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо йылдарҙа коллектив исемен — «Шәрк» телерадиокомпанияһы оркестрынан Башҡортостан Республикаһының милли оркестрына тиклем, «теркәү урынын» — Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Мәҙәниәт һарайынан, Өфө сәнғәт училищеһының концерт залынан алып «Башҡортостан» дәүләт концерт залына тиклем алмаштырҙы, хәҙер һуңғыһында нигеҙләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть