Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан берҙән-бер вәкил Рафаэль Яхин Абу-Дабиҙа донъя чемпионатында Рәсәй өсөн сығыш яһай

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Ул «Таш юныу эше»ндә сығыш яһаясаҡ.

Рафаэлдең алдағы еңеүҙәре уға илебеҙ данын яҡлау мөмкинлеген бирҙе. Башта ул төбәк чемпионатында иң яҡшыһы булды, һуңынан Краснодарҙа милли чемпионатта еңде. Уның йомғаҡтары буйынса Рафаэлде Рәсәй йыйылмаһының киңәйтелгән составына индерергә ҡарар ителде. Һайлап алыу этаптарынан һәм күнекмәләрҙән һуң илебеҙ исеменән донъя ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғы бирелде.

«Башинформ» агентлығына милли эксперт, Сибай колледжының махсус фәндәр, тәбиғи ташты эшкәртеү технологияһы уҡытыусыһы Марина Попова һөйләүенсә, ошо йүнәлеш буйынса ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһының тик алты субъектында: Татарстанда, Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә, Краснодарҙа, Тывала һәм Башҡортостанда әҙерләйҙәр.

«Таш юныу эше Рәсәйҙә бик популяр түгел һәм ныҡлап үҫешмәгән. Беҙҙә кирбестән генә һалалар, ә Европала эзбизташтан эшләйҙәр. Уларҙа скульптуралар күп, ҡулдан эшләнгән нәмәләр юғары баһалана, заказдар байтаҡ, — тип һөйләне Марина Попова. – Абу-Дабиҙа ошо компетенция буйынса 11 ил, шул иҫәптән Бразилия, Австрия, Швейцария, Франция, Италия, Англия вәкилдәре йыйыласаҡ. Чемпионат 14-19 октябрҙә үтә».

Әлеге ваҡытта Рафаэль Яхин Мәскәүҙә, унан ошо көндәрҙә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осасаҡ. Уның эше билдәле. Башҡортостандың йәш профессионалына бәләкәй архитектура формаһын (арканың өлөшөн һәм кроншейин) эшләргә кәрәк.

«Рафаэлдең еңеү яуларға бөтә мөмкинлектәре лә бар, — тип иҫәпләй Марина Попова. – Франциялағы һуңғы күнекмә уның призлы урынға дәғүә итә алыуын күрһәтте. Алдағы чемпионатҡа әҙерлек эше көн һайын Сибай колледжында ла алып барылды, унда уның менән төбәк тренеры – Әсҡәт Ишбаев шөғөлләнде. Студентыбыҙҙың бөтә кәрәкле практикаһы һәм тәжрибәһе бар, ул үҙ-үҙен ышаныслы тоя башланы, барыһын да яҡшы итеп эшләй алыуын белә. Өс-дүрт көн дауамында уға өс модуль эшләргә кәрәк буласаҡ».

Рафаэль өсөн күсмә күнекмәләрҙе Марина Попова ойошторҙо. Уның еңендә биш милли чемпионат тора.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге ярыштарҙа ошо компетенцияла резервта – Тыванан ҡатнашыусы.

Ҡатмарлыҡ тураһында һүҙ йөрөткәндә, Сибайҙан милли эксперт ҡайһы берҙә ҡоралдар етмәү менән бәйле ҡыйынлыҡтар килеп тыуыуын билдәләне. Улар ҡайһы берҙә етешмәй һәм кәрәк булғанда тулыландырыу мотлаҡ.

«Ошо йәһәттән Сибай колледжы директоры Лундеж Байморатов ҙур ярҙам күрһәтә. Ул баштан уҡ беҙҙе кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландыра. Хәҙер уның ярҙамы менән колледж базаһы таш юныу эше буйынса Махсуслаштырылған компетенция үҙәгенең аккредитация майҙансығы буласаҡ. Бынан тыш, быйыл WorldSkills Russia хәрәкәтенең төбәк координация үҙәге директоры Илшат Рәхмәтуллиндан мәғлүмәти һәм ойоштороу ярҙамын күрҙек. Ул был хәрәкәт менән яңыраҡ етәкселек итә башланы, әммә әле уҡ байтаҡ мәсьәләләребеҙҙе хәл итә», — тип уртаҡлашты Марина Попова.

Шул арала, Рафаэль Яхин Сибай колледжынан ошондай мөһим ярыштарҙа ҡатнашыусы тәүге вәкил түгел. Был урта махсус белем биреү йорто студенттары үҙҙәре тураһында Германиялағы (2013 йыл) һәм Бразилиялағы (2015 йыл) донъя чемпионаттарында белдерҙе. Быйыл Краснодарҙа уҙған милли чемпионатта йәнә ошо колледж уҡыусыһы Илмир Сәйетбатталов еңеү яуланы.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уҙасаҡ 44-се WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында халыҡ-ара хәрәкәттә ҡатнашыусы 75-тән ашыу илдең йәш профессионалдары ҡатнашасаҡ, улар миҙалдар өсөн 50 компетенцияла көс һынашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть