Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәнә мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре тураһында һөйләйәсәктәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Быйыл «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара ғилми – ғәмәли конференцияһы – юбилейлы, ул 19 октябрҙә Өфөлә бына инде 10-сы тапҡыр уҙа. Конференцияла ҡатнашыу өсөн яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән: Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Төркмәнстандан, Тажикстандан, Египеттан, Иорданиянан, Марокконан, Тунистан, Төркиәнән билдәле ғалимдар-дин белгестәре, мәҙәниәтселәр, философтар, социологтар, политологтар, тарихсылар, шулай уҡ ислам руханиҙары делегациялары килергә әҙерләнә.

Алдағы йылдарҙағы кеүек, конференцияны Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Советы, Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты булышлығында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рәсәй Мосолмандары диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ойоштора.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ғилми форум ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләү федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Ислам мәғарифы, тарихы һәм мәҙәниәте, дини ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, йәштәргә тәрбиә биреү һәм экстремизмды иҫкәртеү кеүек көнүҙәк һорауҙар фекер алышыу темалары буласаҡ.

Уҙған йылда конференцияла Рәсәй мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Вениамин Каганов ҡатнашты. Ул Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рәсәй ислам университетының үҙ-ара эш итеү тәжрибәһен баһаланы.

Быйылғы конференция программаһында пленар ултырыштар, панель сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған, улар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай майҙансыҡтарында үтәсәк.

Конференция йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителәсәк һәм материалдар йыйынтығы баҫыласаҡ.

Журналистарҙы аккредитациялау һорауҙары буйынса 8-917-405-41-53 телефонына мөрәжәғәт итергә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть