Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала иң яҡшы уҡытыусы конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

5 октябрҙә, Бөтә донъя уҡытыусылар көнөндә, Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда «2017 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Үҙҙәренең һөнәри байрамдары көнөндә 34 уҡытыусы 200 мең һум күләмендәге аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Улар башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашыра, педагогик эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштар күрһәтә.

Конкурс еңеүселәрен республика Хөкүмәте исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.

«Һеҙ мәктәбегеҙҙең, муниципаль берәмегегеҙҙең генә түгел, ә тотош илдең ғорурлығы. Ваҡыт ҡуйған бурыстарҙы тиҙ арала хәл итәһегеҙ, сөнки алдынғы рәттәһегеҙ. Бөтә уҡытыусылар армияһын ҡотлайым, сөнки һеҙ беҙҙең йәш быуынға тәрбиә бирәһегеҙ», — тине вице-премьер.

Республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова педагогик берләшмәне ҡотлап, именлек, ижади һәм профессиональ уңыштар теләне.

Шулай уҡ бүләкләү тантанаһында хөрмәтле ҡунаҡ ролендә «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы», Өфө ҡалаһының 42-се мәктәбенән химия уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина булды. Ул заманса йәмғиәт булдырыуҙа һәм тотош илде үҫтереүҙә уҡытыусы һөнәренең әһәмиәтен билдәләне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть