Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡандра ауылында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы буласаҡ

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Туймазы районының Ҡандра ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙе ноябрҙә үк тамамлау күҙаллана. Унда ике бассейн, спорт залы, сауна, солярий, массаж бүлмәһе, аэробика һәи тренажер залдары бар.

«Ҡандра ауыл советы элек-электән бай спорт традициялары менән дан тота, ләкин спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн спорт инфраструктураһы етерлек түгел. Әле булған спорт залдары тулы, бокс, көрәш, гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн махсус залдар, ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн биналар юҡ. Яңы заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү яңы спорт түңәрәктәрен һәм секцияларын асырға мөмкинлек бирәсәк», — тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына район хакимиәтендә.

Спорт комплексын төҙөү «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһы сиктәрендә алып барыла. Ошо программаға Туймазы ҡалаһындағы тағы өс социаль әһәмиәтле объект ингән — балалар поликлиникаһын, «Туймазы-Арена» универсаль спорт боҙ комплексының икенсе сиратын төҙөү һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын реконструкциялау.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ 2016 йылдың 17 июлендә үҙ көсөнә инде.

Шул осорҙа республика башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» күләмле акцияһын үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны.

«Граждандарыбыҙ менән бергә объекттарҙы тәҡдим итеп, төҙөй алырбыҙ, тип ышанам. Республикабыҙҙың һәр ҡалаһында, һәр муниципалитетта кешеләргә кәрәкле яңы матур биналар һәм ҡоролмалар барлыҡҡа киләсәк. Әйҙәгеҙ, ошо эшкә тотонайыҡ һәм юбилейыбыҙға 100 мөһим объектты төҙөйөк», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть