Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика уҡытыусылары уңышлы уҡыусыларҙы нисек үҫтереү хаҡында һөйләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

5 октябрҙә Башҡортостан уҡытыусылары, илдәге коллегалары кеүек үк, үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Әлеге ваҡытта республиканың мәғариф өлкәһендә 140 мең хеҙмәткәр эшләй. Улар иҫәбендә 40 меңгә яҡын мәктәп уҡытыусыһы бар. Шуларҙың күпселеге — ҡатын-ҡыҙҙар (85 процент). Махсус урта уҡыу йорттарында улар — 77, вуздарҙа 58 процентты тәшкил итә.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында кадрҙар даимилығы күҙәтелә: һәр икенсе уҡытыусының 20 йылдан ашыуыраҡ эш тәжрибәһе бар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстаттан.

«Башинформ» агентлығы уҡытыусыларҙан хәҙерге мәктәптең ниндәй икәнлеген асыҡланы. Уҡытыусылар һәм уларҙың уҡыусылары нимә тураһында хыяллана һәм уларҙың теләктәре тап киләме? Кемдәр улар, алдынғы уҡытыусылар, һәм улар ҡайҙа эшләй?

Тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть