Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Йөрәк һүҙе» проектында иң яҡшы шиғри дуэт өсөн тауыш биреү башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Тап бер йыл элек, 2016 йылдың октябрендә, «Ҡурай» телеканалында шиғри бәйгенең һайлап алыу туры төшөрөлә башланы. Республиканың билдәле кешеләренән торған 56 дуэт башҡорт әҙәбиәте классиктарының шиғырҙарын уҡыны.

Бер нисә көн элек сайтта асыҡ тауыш биреү башланды, уның йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 12 дуэт ярымфиналға сыға. Ярымфинал 28 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа. Шиғри бәйге барышында өс финалсы һайлап алына, берәүһе генә еңеп сығасаҡ.

Конкурсты ойоштороусы — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы жюри ағзаларының исемен әлегә сер итеп һаҡлай. Асыҡ тауыш биреү 30 октябргә тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть