Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Алтын көҙ»ҙә Мәскәүҙә Башҡортостан хөкүмәте «Һөт компанияһы» компаниялар төркөмө менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Мәскәүҙә «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан хөкүмәте «Һөт компанияһы» компаниялар төркөмө менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм компаниялар төркөмө етәксеһе Сергей Джапаридзе ҡул ҡуйҙы.

Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығында мәғлүмәт-белем биреү мөхитен булдырыу, тоҡомло һәм тауар, һөт һәм ит малсылығын үҫтереү хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре буласаҡ. Был төбәктә селекция-тоҡомсолоҡ эшенең сифатын яҡшыртырға һәм малсылыҡтың продуктлылығын арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть